Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
10 Июнь , 11:17

Аҡъюл ауылынан Ишемғоловтар “Атай, әсәй һәм мин—спорт ғаиләһе” ярыштарында ҡатнашты

*

Аҡъюл ауылынан Ишемғоловтар “Атай, әсәй һәм мин—спорт ғаиләһе”  ярыштарында ҡатнашты
Аҡъюл ауылынан Ишемғоловтар “Атай, әсәй һәм мин—спорт ғаиләһе” ярыштарында ҡатнашты

Аҡъюл ауылынан  Фируза, Ильяс һәм уларҙың ҡыҙҙары Айзилә Ишемғоловтар  әүҙем тормошта йәшәй.

 --Йыл һайын һабантуйҙа халыҡ уйындарында ҡатнашабыҙ. Ҡалаҡҡа йомартҡа һалып та, һыу тулы  күнәкте көйәнтә менән күтәреп тә йүгерәбеҙ,  күҙҙе бәйләп  көршәк ватҡанда ла ярыша инек.  Быйыл  ғаиләбеҙ менән  спорт байрамында ҡатнаштыҡ. Бөгөнгө  спортсы ғаиләләр араһында  беҙ  өлкәнерәк булһаҡ та,  бирешмәнек. Ошолай ярыштар беҙҙе дәртләндерә.  Беҙ бер генә  сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ, яңыраҡ ауылда  балалар һабантуйы үткәйне, унда ла ихлас ҡатнаштыҡ. Өс бала үҫтерҙек,  ҙурҙары инде күҙле-башлы. Ә бәләкәсебеҙ Айзилә менән әүҙем тормошта йәшәйбеҙ ,--тине улар.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: