Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Июнь , 17:09

Байрам йәме – милли көрәш

 Һабантуй йәме ул, әлбиттә, милли көрәш! Борон-борондан, алпамышалай ата-бабаларыбыҙ һабантуй батыры исемен яулау өсөн йыл буйына көс туплап әҙерләнгән һәм халыҡтың хуплау, дәртләндереү тауыштары аҫтында көрәш майҙанында үҙенең бил бирмәҫ батыр икәнлеген иҫбатлаған.  Был юлы ла майҙан уртаһына сығырға теләк белдереүселәр байтаҡ ине – көрәшселәр Аҡъяр, Байғусҡар, Бүребай, Вәлит, Сиҙәм, Таштуғай, Әбеш ауылдарынан йыйылды.

Байрам йәме – милли көрәш
Байрам йәме – милли көрәш

Билдең ныҡлығы, беләктең көсө, күкрәктең ғәйрәте келәмдә билдәләнә. Көрәштә үҙҙәрен һынап ҡараусылар дүрт ауырлыҡ категорияһында батырлығын күрһәтте. Көрәш көсөргәнешле, ҡыҙыу барҙы, бер кем дә бил бирергә теләмәне. Һөҙөмтәлә 65 килограмға тиклемгеләр категорияла Данил Тулыбаевҡа (Бүребай) тиңдәр табылманы. 2-селә – Шайнур Баймырҙин (Байғусҡар), ә 3-сө урында Илгиз Бохарбаев (Аҡъяр). 75 килограмға тиклемгеләр араһында Александр Лужников (Бүребай) – 1-се, Айрат Кинйәбаев (Таштуғай) – 2-се, Вадим Исхаҡов (Сиҙәм) 3-сө урындар алды. 85 килограмға тиклемгеләр араһында Ғәле Торошов (Әбеш), Илшат Мәхмүтов (Вәлит) һәм Азамат Ҡадаев (Аҡъяр) еңеүселәр исемлегенә инде. Ә бына 85 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында Ирек Күсәков (Аҡъяр) еңде, 2-се урынды Инсаф Үтәшев (Таштуғай) һәм 3-сө урынды Динар Собханғолов (Таштуғай) алды. Еңеүселәргә бүләккә һарыҡ, призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.  

 

Байрам йәме – милли көрәш
Байрам йәме – милли көрәш
Байрам йәме – милли көрәш
Байрам йәме – милли көрәш
Байрам йәме – милли көрәш
Байрам йәме – милли көрәш
Байрам йәме – милли көрәш
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: