Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
24 Апрель , 22:08

Хәйбулланың йәш шахматсылары ҙур уңыш менән ҡайтты!

   

Хәйбулланың йәш шахматсылары ҙур уңыш менән ҡайтты!
Хәйбулланың йәш шахматсылары ҙур уңыш менән ҡайтты!

Хәйбулла шахматсыларының йыйылма командаһы Учалы ҡалаһында уҙған 2009 йылғы һәм унан кесерәк уҡыусылар араһында тиҙ шахмат буйынса Башҡортостан Урал Аръяғы Кубогының IV этабында сығыш яһаны. Унда Учалы, Белорет, Магнитогорск ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһынан, Асҡар һәм Аҡъяр ауылынан шахматсылар ҡатнашты. Беҙҙең команда составында 13 уҡыусы барҙы.

7 тур барышында урындар түбәндәгесә бүленгән:
Үҙ төркөмөндә 1-се урынды Ҡоҙабаев Батыр һәм Карпеев Руслан, 2-се урынды Шәйхисламова Сәмиғә, 3-сө урынды Ҡоҙабаева Зарина яулай.

Шулай уҡ 3 этапта еңеүселәр билдәләнә:

абсолют еңеүсе йәки үҙ төркөмөндә 1-се урынды Уразалинов Арыҫлан һәм Ҡоҙабаев Батыр, 2-се урынды Карпеев Руслан һәм Шәйхисламова Сәмиғә, 3 урынды Ҡоҙабаева Зарина яулай.
Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, кубоктар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.


Шулай уҡ Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы шахмат федерацияһы команда тренеры Мәмбәтов Реналь Әхмәтйән улына Тиҙ шахмат буйынса Башҡортостандың Урал Аръяғы Кубогы турнирҙарын күп йылдар ойошторғаны һәм үткәргәне өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

Хәйбулланың йәш шахматсылары ҙур уңыш менән ҡайтты!
Хәйбулланың йәш шахматсылары ҙур уңыш менән ҡайтты!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: