Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Апрель , 16:06

Гер күтәреү – көслөләрҙең ярышы

Бөгөн Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе янындағы ГТО тапшырыу майҙансығында гер спорты ярыштар үтте.

Гер күтәреү – көслөләрҙең ярышы
Гер күтәреү – көслөләрҙең ярышы

Бөгөн Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе янындағы ГТО тапшырыу майҙансығында гер спорты ярыштар үтте. Сара Башҡортостан Республикаһының XXXII Ауыл спорт уйындарының финал этабына һайлап алыу сиктәрендә мәғариф ойошмалары, хеҙмәт, производство коллективтары һәм ауыл биләмәләре араһында ойошторолдо.

Әйтергә кәрәк, гер спорты буйынса ярыштар төрлө мәҙәни-спорт саралары, шул иҫәптән һабантуй, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары һәм башҡалар сиктәрендә лә үткәрелеп тора. Ситтән ҡарағанда, башҡаларҙан ябайыраҡ һымаҡ күренһә лә, ул иң ауыр спорт төрҙәренең береһе тип иҫәпләнә. Бында бөтә мускулдар ҡатнаша, шуға үҙеңде формала тотоу өсөн даими күнекмәләр эшләү мөһим. Бынан тыш, ихтыяр көсө, психологик яҡтан ныҡлыҡ кәрәк.

Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Рөстәм Йәрмөхәмәтов спортсыларҙы сәләмләп, уларға ярыштарҙа уңыштар теләне. Ә судьялар – Әлфир Байғотлин һәм Кәбир Баймырҙин ярыштарҙың ҡағиҙәләре һәм хәүефһеҙлек техникаһы менән таныштырҙы.

Был юлы майҙансыҡҡа башлыса Сиҙәм, Йәнтеш, Татыр-Үҙәк, Яңы Ергән, 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре уҡыусылары йыйылды. Гер спортын һөйөүселәрҙе яҙғы ҡояш иртәнсәктән ҡыҙҙырып ҡаршы алды. Ярыштар бер тында тиерлек, яҡшы шарттарҙа үтте, үҙ-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ хөкөм һөрҙө. Эйе, был ярыштар ҙа беҙҙең спортсылар берлеге ныҡлы, көслө булыуын иҫбатланы.

 

Тулыраҡ “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең киләһе һанында уҡығыҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: