Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
4 Апрель , 15:55

ММА чемпионы киләһе алышты Өфөлә 31 майҙа үткәрә

   

ММА чемпионы киләһе алышты Өфөлә 31 майҙа үткәрә
ММА чемпионы киләһе алышты Өфөлә 31 майҙа үткәрә

Стәрлетамаҡтан ҡатнаш көрәш легендаһы Венер Ғәлиев үҙенең киләһе алышын Өфөлә үткәрә. АСА (Абсолютный чемпионат Ахмат) компанияһы сайтында хәбәр ителеүенсә, алыш 31 майҙа «Өфө-Арена»ла була. Башҡорт спортсыһының дәғүәсеһе - Румыниянан Аурел Пиртеа.

«31 майҙа Өфөлә АСА лигаһының икенсе турниры ойошторола. Урындағы көйәрмәндәр өсөн көтөлгән ваҡиға — икенсе йәшлеген кисергән «Башҡорт» ҡушаматлы Венер Ғәлиевтың әйләнеп ҡайтыуы. 2023 йылда 48 йәшлек Венер ике тапҡыр ваҡытынан алда еңеү яуланы», — тиелә АСА белдереүендә.

«Венер — ММА легендаһы. Ғәлиев 23 йыл сығыш яһай. Былтыр декабрҙәге алышында ул Бразилиянан килгән Хакран Диасты нокаутҡа ебәрҙе. Был юлы «Башҡорт» Аурел Пиртеаға ҡаршы сыға», — тип билдәләне ACA президенты Алексей Яценко.

Әйткәндәй, Венер Ғәлиев ММА-ла 24 йыл сығыш яһай. Беренсе алышын ул 2000 йылда үткәрә. Спортсы 36 еңеү яулай.

12+

Фото:АСА промоутер компанияһы сайты
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: