Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
25 Март , 16:25

Бына улар -- Хәйбулла Чемпиондары!

Смоленскиҙа бөтә Рәсәй беренселегендә Башҡортостан исеменән еңеү яулаған спортсылар Рөстәм Шәрипов менән осрашты.

Бына улар -- Хәйбулла  Чемпиондары!
Бына улар -- Хәйбулла Чемпиондары!

Тәжрибәле тренер Азамат Ишемғолов етәкселегендә беҙҙең спортсылар  Смоленск ҡалаһында мини-лапта буйынса бөтә Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, Башҡортостан исеменән еңеү яуланы. Әле улар өйҙә һәм еңеү ҡаҙаныштарын муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән уртаҡлаштылар. Был турала Рөстәм Динислам улы Бәйләнештә социаль төркөмөндәге сәхифәһендә яҙҙы.

“ Бөгөн ҡунаҡта  чемпиондар—тренер Азамат Ишемғолов етәкселегендә Смоленск ҡалаһында үткән  мини-лапта буйынса бөтә Рәсәй  ярыштарында Башҡортостан исеменән еңеү яулаған Хәйбулла егеттәре.  Спортсылар үҙҙәренең иң көслө команда тигән исемен сираттағы тапҡыр раҫлап,  районыбыҙ һәм республикабыҙ данын күтәрҙеләр. Районда лаптаны тергеҙеп, ошо  халыҡ спорт төрөн юғары кимәлгә күтәргән тренер Азамат Рәмил улының хеҙмәте  тураһында  оло хөрмәт менән билдәләп үткем килә. Районда лапта тап уның тырышлығы һәм көсө менән үҫеш ала. Азамат Ишемғолов лаптасыларҙың бер нисә быуынын һәм 30-ҙан ашыу спорт мастерлығына кандидат тәрбиәләгән тренер.  Киләсәктә лә  спортсыларыбыҙҙың сағыу ҡаҙаныштары һәм еңеү үрҙәре күп булыр, тип ышанам”,--тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.

Рустам Шарипов

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: