Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Март , 08:56

Аҡъяр ауылының спорт мәктәбендә волейбол буйынса турнир үтте

Ярыштар педагог-ойоштороусы Фаягөл Абдрахманованың яҡты иҫтәлегенә арналды

Аҡъяр ауылының спорт мәктәбендә волейбол буйынса турнир үтте
Аҡъяр ауылының спорт мәктәбендә волейбол буйынса турнир үтте

Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә педагог-ойоштороусы Абдрахманова Фаягөл Фәнил ҡыҙы иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир үтте.

Күмертау физкультура колледжын тамамлағандан һуң, Фаягөл Фәнил ҡыҙы үҙенең профессиональ эшмәкәрлеген Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә еңел атлетика буйынса тренер-уҡытыусы булып башлай, артабан педагог-ойоштороусы булып эшләй. Ул  үҙ эшенең оҫтаһы, грамоталы белгес, шулай уҡ изге күңелле, алсаҡ кеше була.

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе коллективы, Фаягөл Абдрахманованың тыуған көнөндә волейбол буйынса турнир ойошторҙо, унда Аҡъяр ауылының белем биреү ойошмалары уҡытыусылары ҡатнашты, шулай уҡ уның ата-әсәһе, ире, балалары, туғандары һәм яҡындары, дуҫтары саҡырылды. Турнирҙы асыу тантанаһында Фаягөл Абдрахманованың ата-әсәһе, тормош иптәше, райондың йәштәр сәйәсәте һәм спорт начальнигы, спорт мәктәбе директоры уны йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды.

Турнирҙа 4 команда ҡатнаша: 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре, спорт мәктәбе һәм тау колледжы.

Сәмле ярыштар һөҙөмтәһендә еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде:

1-се урын - Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе;

2-се урын - 2-се Аҡъяр мәктәбе;

3-сө урын - 1-се Аҡъяр мәктәбе.

Иң яҡшы уйынсыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

"Фаягөл Фәнил ҡыҙы коллегаларының хәтерендә аҡыллы, изге күңелле, нурлы кеше булып ҡаласаҡ! Турнирҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт!" - тип билдәләй турнирҙы ойоштороусылар. 

Аҡъяр ауылының спорт мәктәбендә волейбол буйынса турнир үтте
Аҡъяр ауылының спорт мәктәбендә волейбол буйынса турнир үтте
Аҡъяр ауылының спорт мәктәбендә волейбол буйынса турнир үтте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: