Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Март , 09:13

Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡсылар ярышты

    

Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡсылар ярышты
Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡсылар ярышты

"Башҡорт баҡыры" предприятиеһы тарафынан ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыштар ойошторолдо. Сара ял көндәрендә Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысы боҙонда үтте.

Ярыштар «боҙҙо иң тиҙ быраулаусы» конкурсы менән асылды. Бөтәһенән дә тиҙерәк 3 соҡорҙы бер–бер артлы Ғәзинур Моратов (байыҡтырыу фабрикаһы) быраулай һәм үҙенең беренсе призына - балыҡ тотоу йәшнигенә лайыҡ була. Диаметры 130 мм ҙурлыҡта булған боҙ быраулағыс менән ярышта Уйылдан Йәнтүрин (тау-технологик транспорт цехы) еңеү яулай, ул бүләккә яңы боҙ быраулағыс ала.

Ярыштар башланғандан һуң өс тиҫтәгә яҡын ҡатнашыусы беренсе балыҡты тиҙерәк тотоп алырға тырыша, һәм был номинацияла ла Ғәзинур Моратов айырылып торҙо. Ярыштарҙың дөйөм йомғаҡтары буйынса ул иң ҙур балыҡ тотоуға (2,7 кг) эйә була һәм ярыштарҙың төп призына – һауа тултырылған кәмәгә лайыҡ була. Килограмдан ашыу ауырлыҡтағы иң ҙур балыҡ – алабуға өсөн Ббүләкте Рәйес Хәсәнов (автотранспорт цехы) алды. Команда зачетында байыҡтырыу фабрикаһы балыҡсылары иң яҡшыһы булып сыҡты, икенсе урында - автотранспорт цехы хеҙмәткәрҙәре, өсөнсөлә - хеҙмәтте һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре.
Иң оло ҡатнашыусы – Әнүәр Манишев (60 йәш) һәм иң йәш балыҡсы – Марсель Заһиҙуллин (7 йәш) билдәләнде. Зәйнәғәбдиновтар ғаиләһе - Эдуард менән Анастасия бергә килә һәм шулай уҡ әүҙем ҡатнашҡаны өсөн приз ала.
Дөйөм алғанда, Яярыштар ваҡытында «Башҡорт баҡыры» балыҡсылары 10 килограмдан ашыу балыҡ тота, Камилджан Лухманов әҙерләгән ҙур ҡаҙан былауҙы ашай, ҡырҡа литрлыҡ самауыр сәйен эсә.

Сарала ҡатнашыусыларҙың киләһе ҡышҡы балыҡ тотоуға тиклем күтәренке кәйеф, дәрт-дарман алыуҙарында бер шик тә юҡ. Еңмәгәндәрҙең кәйефе ҡырылмаһын, ә еңгәндәргә ирешелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаһын.

фото һәм текст авторы:Эдуард Мостафин

Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡсылар ярышты
Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡсылар ярышты
Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡсылар ярышты
Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡсылар ярышты
Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡсылар ярышты
Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡсылар ярышты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: