Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Март , 22:16

Бер көндә 10 килограмдан ашыу балыҡ!

Районда иң шәп балыҡсылар кем булыуы тураһында һылтанма аша инеп уҡығыҙ

Бер көндә 10 килограмдан ашыу  балыҡ!
Бер көндә 10 килограмдан ашыу балыҡ!

“Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә,  был көндө 10 кг балыҡ тотолған.

“Иң тиҙ боҙ бураусы” конкурсында  предприятие хеҙмәткәрҙәре Ғәзинур Моратов һәм Уйылдан Йәнтүринға етеүсе булманы. Тиҫтәгә яҡын балыҡсы тәүге балыҡты тотоу буйынса ярышты асып ебәрҙе.  Һөҙөмтәлә Ғәзинур Моратов иң күп табыш—2,7 кг балыҡ тотоп, төп приз кәмәгә эйә булды. Иң ҙур балыҡ өсөн бүләк Рәис Хәсәновҡа тапшырылды. 60 йәшлек Әнүәр Манишев иң оло һәм 7 йәшлек Марсель Заһиҙуллин иң йәш балыҡсы тип танылды.  Ғаиләләре менән балыҡ тоторға килгән Эдуард һәм Анастасия Зәйнәғәбдиновтар ҙа бүләкләнде.

Шулай итеп,  балыҡ тотоу ярышында “Башҡорт баҡыры” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре 10 кг ашыу балыҡ тотто.  Һәр саҡтағыса Камилйән Лухманов әҙерләгән былау һәм  самауыр сәйе лә байрам кәйефе бирҙе.

Пресс-служба ООО "Башкирская медь"

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: