Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
11 Март , 20:30

Башҡортостандың йәш көрәшсеһе Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы

   

Башҡортостандың йәш көрәшсеһе Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы
Башҡортостандың йәш көрәшсеһе Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы

Башҡортостандан Илья Кандалин грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселегенең ваҡытынан алда еңеүсеһе булды. 18 йәшкә тиклемге спортсылар араһында ярыштар Владивостокта үтә.

Финал алышында Чечен республикаһынан килгән дәғүәсе менән Илья ваҡытынан алда еңеү яулай. Беренсе осорҙоң икенсе минутында уҡ ул дүрт баллы хәрәкәт яһай, партерҙа беҙҙең спортсы ла иң яҡшы иҫәп күрһәтә - 8:0.

Был беренселек йомғаҡтары буйынса 18 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында Рәсәй йыйылмаһы ойоштороласаҡ, Улар 2024 йылдың июнендә Сербияла Европа беренселегендә һәм 2024 йылдың авгусында Иорданияла донъя беренселегендә илебеҙ исеменән сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итә республика спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Әйткәндәй, былтыр 16 йәшлек Илья Төркиәнең баш ҡалаһы Истанбулда донъя беренселегендә еңеү яулауы тураһында яҙғайны.

фото:Башҡортостан  Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: