Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Март , 21:45

Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше спорт менән шөғөлләнә

   

Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше спорт менән шөғөлләнә
Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше спорт менән шөғөлләнә

Башҡортостанда ике миллиондан ашыу кеше даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов үҙенең телеграм-каналында. Был иһә республика халҡының 59%.

«2030 йылға спорт менән даими шөғөлләнгән граждандарҙың өлөшөн 70% еткереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Былтыр ғына республика бюджетынан ошо тармаҡҡа 7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде», — тип яҙа Сәғитов.

Фото:Олег Яровиков
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: