Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
4 Март , 20:23

Үҙ миҙалдарын белорустарға биргән Башҡортостан биатлонсыларына яңы наградалар тапшырылды

   

Үҙ миҙалдарын белорустарға биргән Башҡортостан биатлонсыларына яңы наградалар тапшырылды
Үҙ миҙалдарын белорустарға биргән Башҡортостан биатлонсыларына яңы наградалар тапшырылды

Үҙ миҙалдарын белорустарға биргән Башҡортостан командаһы биатлонсылары Илья Бурлаков, Антон Бабиков, Александр Бабчин һәм Эдуард Латипов йәкшәмбе көндө Көслөләр спартакиадаһының бронза миҙалдары менән бүләкләнде. Улар өсөн өҫтәмә наградалар комплекты әҙерләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биатлонсыларҙың һуңғы ярышында белорус саңғысылары — өсөнсө, ә Башҡортостан саңғысылары дүртенсе урынды алды. Белоруссия спортсылары иҫәптән тыш сығыш яһаны, шуға «бронза»ны Башҡортостан йыйылма командаһы алды. Әммә Эдуард Латипов, Антон Бабиков, Илья Бурлаков, Александр Бабчин бүләкләнгәндән һуң үҙ наградаларын белорус спортсыларына бирергә ҡарар итте.

Фото:видеонан скриншот

Автор:Әлфиә Әһлиуллина

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: