Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
3 Март , 10:05

Рәсәйҙә ГТО нормаларын уңышлы тапшырған өсөн һалым ҡайтармаһы барлыҡҡа килә

   

Рәсәйҙә  ГТО нормаларын уңышлы тапшырған өсөн һалым ҡайтармаһы барлыҡҡа килә
Рәсәйҙә ГТО нормаларын уңышлы тапшырған өсөн һалым ҡайтармаһы барлыҡҡа килә

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә спорт менән шөғөлләнеүселәр күбәйҙе. Киләһе йылдан илдә ГТО нормативтарын уңышлы тапшырған һәм йыл һайын диспансеризация үткән өсөн һалым ҡайтармаһы барлыҡҡа килә. Был турала ил президенты Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда белдерҙе.

«Спорт менән шөғөлләнеүселәрҙе дәртләндерергә кәрәк. Диспансеризация үткән, ГТО нормаларын тапшырған өсөн һалым ҡайтармаһы була. «Эсеүҙе ташла ла саңғыға баҫ» тигән әйтем хәтерегеҙҙәлер. Был тап шул осраҡ. Әйткәндәй, алкоголь тураһында. Беҙҙә ҡаты алкоголь ҡулланыу кәмегән», — тине дәүләт башлығы. 

Фото:Валерий Шахов
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: