СПОРТ
2 Март 2024, 15:32

Уҡ сойорғоттом... тап сәпкә!

Бөгөнгө спорт байрамында уҡсылар ярышы үтте

Уҡ сойорғоттом... тап сәпкә!Уҡ сойорғоттом... тап сәпкә!
Уҡ сойорғоттом... тап сәпкә!

Аҡъяр ауылы “Уңыш” стадионында айырым бер урында боронғолоҡҡа, тарих битендә ҡалған ата-бабаларыбыҙ осорона аяҡ баҫҡандай булаһың.  

Мәргәндәрҙе уҡ атыу майҙаны берләштерҙе. Милли кейемдәрҙәге  ир-егеттәр генә көс һынашманы,  был спорт төрөндә хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һынатмай.

Башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләгән был спорт төрө Хәйбулла районында киң танылыу яулай.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас