Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
2 Март , 21:09

Эҫе сәй, тәмле былау...

Ҡышҡы һабантуйҙа өшөп тороусылар булманы. Шәп кәйеф, саф һауа, уйындар...

Эҫе сәй, тәмле былау...
Эҫе сәй, тәмле былау...

Бөгөн ҡышҡы һыуыҡ тип тормай, стадионды тултырып килгәндәр араһында  өшөп, нимә ҡарарға икән тип торғандар булмағандар. Ҡышҡы һыуыҡ тиһәң дә, яҙға тартым матур көн булды бөгөн. Бер нисә урында ойошторолған уйындар ҡыҙыҡ барҙы. Мәҫәлән,  автомобилдә йөрөү оҫталығын күрһәтеү,  уҡтан атыу, саңғы уҙышы, шәп концерт һәм башҡалар. Күптәр ат сабышы көйәрмәндәре ине.  Ҡышҡы һабантуй барыһына ла шәп кәйеф бирҙе.

Әйткәндәй,  былау тураһында айырым әйтеп үтергә кәрәк. Ҡорбан итенән бешерелгән тәмле былау беҙҙең яугирҙарҙың еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙары өсөн махсус әҙерләнде. Теләгән һәр кем ауыҙ итеп,  Егеттәр, барығыҙ ҙа теүәл  һәм еңеү менән ҡайтығыҙ!

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: