Бер-береһен уҙа уҙа, ҡар бураны туҙҙырып финишҡа елгән 10 етеҙ аттар 3400 метрға уҙышып, Илфат Мәмбәтов (шәхси ярҙамсы хужалыҡ) беренсе булып финишҡа етте. Икенсе урынды Айсыуаҡ Акилов (Т.З.Ғафаров), өсөнсө урынды Илсур Рамазанов (Нур Күсәрбаев фермер хужалығы) яуланы.
Саналарға егелгән аттар араһында ла 3400 метрлыҡ дистанцияла ярыш көсөргәнешле лә, ҡыҙыҡлы ла булды. Бында еңеүҙе Айгиз Тазетдинов (Илгиз Тазетдинов фермер хужалығы) яуланы. Артабан призлы урындарҙы Рушан Ишбулдин (Зөфәр Ҡырымғужин фермер хужалығы) һәм Салауат Батисов (Бүребай ауылы шәхси ярҙамсы хужалыҡ) алды.
Башҡорт тоҡомло сапҡындар еңеүселәре лә билдәләнде. Һөҙөмтәлә Баймаҡ һәм Йылайыр райондары ҡунаҡтары, Барый Миңлебаев һәм Айсыуаҡ Акилов, еңеүсе тип танылды. Өсөнсө урында -- Степнойҙан Айгиз Тазетдинов.
6800 метрлыҡ дистанцияла үткән Бәйге ярышында бөтә тоҡомло аттар стартҡа теҙелде. Бында Бөрйәндән килгән Фидан Сәлиховҡа етеүсе булманы. Икенсе урынды Вәлит ауылынан Фәрит Әлибаев (шәхси ярҙамсы хужалыҡ) һәм өсөнсө урынды Илсур Рамаҙанов (Нур Күсәрбаев фермер хужалығы) алды.
Бөтә еңеүселәр ҙә диплом һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде.