Бөгөн "Айыҡ ауыл 2023" республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сара уҙҙы. Тышта сатлама һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, ауылдың төрлө йәштәге ир-егеттәре - олоһо ла, кесеһе лә сафтарға баҫып, йырҙар йырлап урам буйлап үтте. Әбеш ауыл биләмәһҽ башлығы Таһир Юнысов байрамға арналған митингты асып ир-егеттәргә һаулыҡ теләп, Тыуған илебеҙ алдында бҽҙ һәр ваҡыт яуаплыбыҙ, балаларыбыҙҙа, үҫҽп килгән быуында илһөйәрлҽк сифаттарын тәрбиәләүбҽҙҙҽң изгҽ бурысыбыҙ булыуын билдәләне. Артабан Әбештең сәләмәт тормошто, айыҡлыҡты үҙ иткән ир-егеттәре төрлө ярыштарҙа көс һынашты. Сарала ҡатнашыусыларға ауыл биләмәһҽ хакимиәтҽ әҙҽрләгән иҫтәлҽклҽ бүләктәр тапшырылды. Афарин, әбештәр!