Бер байрам бар февралдә,
ҡәҙерле ул һәр кемгә.
Уны ҙур байрам тиеп,
Мөмкин хатта әйтергә.
Ул тыныслыҡ байрамы,
Уны һәр кеше белә.
Ватанды һаҡлаусылар,
Байрамы тип атала.
23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө!
Тыуған илде һаҡлау - изге бурыс!
Бөгөн Аҡъюл ауылы клубында ир-егеттәрөсөн "Ир - егет илгә ҡалҡан" тип аталған мәртәбәле байрам үтте.
Байрамдың беренсе өлөшөндә төрлө быуын ир-егеттәре араһында йәнле һөйләшеү, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, йәш егеттәргә матур теләктәр әйтелде.
Байрамыбыҙҙың икенсе өлөшөндә төрлө уйындар, күңелле конкурстар үткәрелде.
Ир - егеттәрҙе сослоҡҡа, етеҙлеккә, зирәклеккә ,тапҡырлыҡҡа, батырлыҡҡа һәм тормоштоң төрлө һынауҙарына юғалып ҡалмаҫҡа ,әҙер тороуҙарын һынап ҡараныҡ.
Хөрмәтле ир - егеттәр һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең башҡорт халҡы элек электән илдең терәге - ир - егет, ғаилә терәге - атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам менән ҡараған.
Һеҙгә киләсәктә рух ныҡлығы, оло ихтирам, эшегеҙҙә уңышлыҡтар теләйбеҙ!
Аҡъюл хәкимиәте башлығы Игебаев Илнар Айҙар улына бүләктәр өсөн ҙур рәхмәт !