Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Февраль , 12:33

Бүребайҙар шахмат уйнарға маһир

Бүребай комбинатының генераль директоры призына шахмат турниры үтте

Бүребайҙар шахмат уйнарға маһир
Бүребайҙар шахмат уйнарға маһир

“Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү-2024” программаһы сиктәрендә,  Бүребай  тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Рөстәм Аблаев призына “Аҡ ладья” шахмат турниры үтте.

Турнир  ауыл клубы янында эшләгән “Өмөт” клубы ағзалары—мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында ойошторолдо. Турнир Ватанды һаҡлаусылар  көнөнә һәм Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында Хәстәрлек йылына арналды.  

Ете сәғәт дауамында барған ҡыҙыҡлы уйын үҙ еңеүселәрен тапты. 1-се урынды Вәкил Аҡбалин,  икенсе урынды Рузаль Ҡорбанов, өсөнсө урынды Хәмитйән Күлбаев яуланы. Байҡал Туҡбаев, Айгөл Исмәғилева һәм  Тимур Абдрахманов номинацияларҙа билдәләнде. Уларҙывң барыһына ла  ҡиммәтле бүләктәр һәм миҙалдар тапшырылды.

 #ППМИ2024#БурибаевскийСДК#Хайбуллинскийрайон#Шахматныйтурнир#

СП Бурибаевский сельсовет

      

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: