18 февралдә Силәбелә Рәсәйҙең Көслөләр спартакиадаһында ҡатын-ҡыҙҙар турнирында хоккей буйынса финал уйыны тамамланды.
Башҡортостандың йыйылма командаһы Красноярск крайы командаһынан 1:2 иҫәбе менән еңелеп, көмөш призер булды. Башҡортостан командаһы составында берҙән-бер шайбаны Ксения Тюрина индерҙе, тип хәбәр ителә Спорт министрлығының телеграм-каналында.