Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
15 Февраль , 20:53

Башҡорт милли уйынын тергеҙәләр

    

Башҡорт милли уйынын тергеҙәләр
Башҡорт милли уйынын тергеҙәләр

Башҡортостанда ашыҡ милли спорт уйынын тергеҙәләр. Ашыҡ – эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдың бәкәл быуынындағы һәм бот һөйәге араһында урынлашҡан бәләкәй уйын һөйәге. Ашыҡ уйыны өсөн ғәҙәттә һарыҡ тояғы һөйәктәре ҡулланыла. 

30 мартта «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә «Алтын ашыҡ» башҡорт халыҡ уйындары буйынса  беренсе республика ярышы үтәсәк. Әле ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте. Ярыштар ике йәш төркөмөндә үтәсәк: 1 төркөм – балалар (7-15 йәш); 2 төркөм – 16 йәштән өлкәндәр. Команда составы бер учреждениенан кәм тигәндә 4 кеше: 2 ир-ат (һәр йәш төркөмөндә берәр кеше), 2 ҡатын-ҡыҙ (һәр йәш төркөмөндә берәр кеше).

Быйыл «Алтын ашыҡ» ярышы «Биш ашыҡ» уйыны буйынса үтәсәк. «Биш ашыҡ» уйыны буйынса ярыштан һуң «Ашыҡ атыу» һәм «Ямғыр-таш» милли уйындары буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Артабанғы йылдарҙа ярыштар ашыҡта өс һәм унан да күберәк уйын төрө буйынса үтәсәк: Биш ашыҡ, Ашыҡ атыу һәм Ямғыр-таш. Был уйынды нисек уйнарға, видеола күрһәтелгән.   

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: