Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
9 Февраль , 10:30

Азамат Ҡоҙабаев иң оҫта шахматсы

Бүребай ауылының “Таусы” физкультура-һауыҡтырыу комплексында  тау комбинаты хеҙмәткәрҙәре араһында “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһының генераль директоры призына шахмат турниры үтте.

Азамат Ҡоҙабаев иң оҫта шахматсы
Азамат Ҡоҙабаев иң оҫта шахматсы

Азамат Ҡоҙабаев иң оҫта шахматсы

Бүребай ауылының “Таусы” физкультура-һауыҡтырыу комплексында  тау комбинаты хеҙмәткәрҙәре араһында “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһының генераль директоры призына шахмат турниры үтте. Интеллектуаль уйын көсөргәнешле барҙы. 9 турҙан һуң, өс иң яҡшы шахматсы билдәләнде.Алтын миҙал эйәһе һәм турнир еңеүсеһе тип  комбинаттың баш механигы урынбаҫары Азамат Ҡоҙабаев танылды. Икенсе урын һәм көмөш миҙал—предприятиеның техник контроль бүлеге начальнигы Илгиз Мәмбәтовта.  Бронза миҙал  өсөнсө урынды яулаған Октябрь ер аҫты руднигының электромеханигы Азамат Ҡадаевҡа тапшырылды.

СП Бурибаевский сельсовет

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: