Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
6 Февраль , 12:04

Иртәнсәк физик күнегеүҙәр эшләү файҙалы

Иртәнге ашҡа тиклем физик көсөргәнеш тәүлектең башҡа ваҡытына ҡарағанда күберәк калорияны яндыра. 

Иртәнсәк физик күнегеүҙәр эшләү файҙалы
Иртәнсәк физик күнегеүҙәр эшләү файҙалы

КӨНӨГӨҘ ҺӨҘӨМТӘЛЕ ҮТҺЕН ӨСӨН, ИРТӘНСӘК 10 МИНУТ ЗАРЯДКА ЭШЛӘП АЛЫҒЫҘ! 

Ә һеҙ беләһегеҙме? Иртәнге ашҡа тиклем физик көсөргәнеш тәүлектең башҡа ваҡытына ҡарағанда күберәк калорияны яндыра. Был сара тағы ла йоҡоһоҙлоҡто, арыу-талыуҙы бөтөрөү, ыңғай энергия менән тупланыу өсөн иң яҡшы юл.

Иртәнге зарядка:

✅матдәләр алмашыуын әүҙемләштерә;
✅ҡан әйләнешен яҡшырта;
✅мускул корсетын нығыта;
✅сыҙамлылыҡты һәм көстө үҫтерә;
✅быуындарға яҡшы йоғонто яһай,
✅иммунитетты сыныҡтыра һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороуҙы көсәйтә,
✅артыҡ килограмдарҙы тиҙ арала алып ташлай;
✅кәйефте күтәрә.

Зарядка теләгән һәр бер кешегә бара тип әйтергә була. Әммә ләкин, хроник ауырыуҙарығыҙ йәки бүтән һыулыҡ менән бәйле проблемаларығыҙ булһа, иң тәүҙә табип менән кәңәшләшеү дөрөҫөрәк булыр.

 

Сығанаҡ: Башстатус.

Фото:sportishka.com

Автор:
Читайте нас: