Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
29 Ғинуар , 11:17

Вәзәм ауылында ир-егеттәр араһында өҫтәл теннисы һәм бильярд буйынса ярыш уҙған

-

Вәзәм ауылында  ир-егеттәр араһында өҫтәл теннисы һәм бильярд буйынса ярыш уҙған
Вәзәм ауылында ир-егеттәр араһында өҫтәл теннисы һәм бильярд буйынса ярыш уҙған

Дәртле Вәзәм ауылы халҡы әүҙемлеген юғалтмай. Унда ир-егеттәр араһында өҫтәл теннисы һәм бильярд буйынса ярыш уҙған.
"Сара бик сәмле, дәртле, матур уҙҙы. Үҙ ара көс һынашҡан ваҡытта егеттәр өсөн шахмат, шашкалар уйнау ойошторолдо, бер кем дә буш ултырманы, вакытын файҙалы үткәрҙе. Судъя Флорид Сурин ентекле алып барҙы эшен.
I урынды Мөхәмәтйәров Илфир, II урынды Сурин Флорид, III урынды  Ғәзим Күскилдин  алды. 
Теннис буйынса I урын  Айбулат Байгилдинға, II урын Фәнзил Ҡужагилдинға  бирелде. Ауыл хакимиәте башлығы исеменән еңеүселәргә бүләктәр, грамоталар тапшырылды. Рәхмәт егеттәргә матур уйындары өсөн, һәр ваҡыт шулай хәрәкәттә, сәләмәт булығыҙ!"

 

Сығанаҡ: район хакимиәте.

Автор:
Читайте нас: