Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
22 Ғинуар , 09:40

Бүребайҙа күп функциялы спорт майҙансығы асылды

*

Бүребайҙа күп функциялы спорт майҙансығы асылды
Бүребайҙа күп функциялы спорт майҙансығы асылды

Бүребайҙа тантаналы шарттарҙа күп функциялы спорт майҙансығы асылды.

Сарала “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһының генераль директоры Рөстәм Аблаев һәм Бүребай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Евгения Волошина ҡатнашты. Улар ауыл халҡын спорт майҙансығына  әүҙем йөрөргә саҡырҙы.

Бүребай тау–байыҡтырыу комбинаты ярҙамы менән төҙөлдө был спорт майҙансығы,  предприятие үҙ инициативаһы һәм үҙ аҡсаһына таусылар ҡасабаһына тағы ла бер спорт объекты бүләк итте.

Күп функциялы спорт майҙансығы ҡышҡы осорҙа хоккейсылар өсөн бик уңайлы.  Ә йәйге осорҙа уңың йыһазландырылышы бында күнекмәләр һәм баскетбол, волейбол, мини-футбол буйынса ярыштар  үткәрергә мөмкинлек бирә.

 
 
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: