Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Ғинуар , 19:56

Яңы боҙ майҙансығында – сәмле турнир

Бүребайҙа бөгөн асылған өр-яңы боҙ майҙансығында шайбалы хоккей буйынса турнир ойошторолдо

Бүребайҙа  өр-яңы боҙ майҙансығы асылды. Яңы спорт объекты физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында урынлашты һәм Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының финанс ярҙамында төҙөлдө.

Боҙ майҙансығын асыу тантанаһында предприятиеның генераль директоры Рөстәм Аблаев һәм Бүребай ауыл биләмәһе башлығы Евгения Волошина бүребайҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Тантаналы өлөштән һуң өр-яңы майҙансыҡта Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры кубогына шайбалы хоккей буйынса турнир ойошторолдо. Быйыл ул Рәсәйҙә Ғаилә йылына арналды. Ҡурҡаҡ ҡына сәкән һуҡмай тигәндәй, хоккей уйнауға теләүселәр күп булды.  Унда Бүребай, Степной, Садовый, Татыр-Үҙәк һәм Аҡъяр ауылдары командалары  үҙ-ара сәмләнешеп көс һынашты.

Яңы боҙ майҙансығы матур, тип-тигеҙ, көҙгөләй булып туңып, һәүәҫкәр хоккейсыларҙы үҙендә ҡаршы алды. Сәкән һуғыусы командаларҙың йәнатарҙары ла күптән майҙан янында урын алған. Көйәрмәндәрҙең дәртле тауыштарынан, хоккейсыларҙың көсөргәнешле уйындарынан боҙҙа барған алыш һис кенә «Салауат Юлаев» командаһы уйынынан ҡалышманы тиергә лә була. Садовый һәм Степной хоккейсылары әле мәктәп уҡыусылары булыуына ҡарамаҫтан, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, ысын ир-егеттәр уйынында сәмлелектәре, таһыллыҡтары, ныҡышлыҡтары, берҙәмлектәре менән айырылып торҙолар.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса Аҡъяр командаһы лайыҡлы рәүештә еңеүсе тип танылды.  Татыр-Үҙәк  хоккейсылары – 2-се, ә боҙ хужалары – бүребайҙар 3-сө урын алды.  Ярыш еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылар кубок-миҙалдар, маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.

Әйтергә кәрәк, был көндө физкультура-һауыҡтырыу комплексының эсе лә шатлыҡлы шау-гөргә күмелде. Спорт залында ғаиләләр араһында өҫтәл теннисы буйынса турнир уҙғарылды. Сәмле ярыштар һөҙөмтәһендә Морозовтар еңде, 2-се урынды Көнсыуаҡовтар яулаһа, Билаловтар ғаиләһе 3-сө урынға лайыҡ булды.

Спорт ярыштарына килгән һәр кем күңел асып, яҡшы кәйеф алып ҡайтты.   Рухи һәм физик яҡтан файҙалы, ыңғай эмоциялар һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итеүсе сара ысын байрамға әүерелде. Иң мөһиме, киләсәктә лә яңы  боҙ майҙансығы буш тормаһын, теләгән һәр кем бында шөғөлләнеп, һаулығын нығытһын ине.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: