СПОРТ
15 Ғинуар 2024, 15:26

Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яуланы!

   

Башҡортостан спортсыһы Эдуард Латипов биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Был хаҡта Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙә хәбәр итте.

«Афарин, Эдик! Ҡотлайым», - тип яҙа ул үҙенең сәхифәһендә.

Ярыштар 14 ғинуарҙа Пермь крайының Чайковский ҡалаһында үтте.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас