СПОРТ
15 Ғинуар 2024, 10:39

Хәйбулла районында ике яңы “Газель” автобусы маршрутҡа сыҡты

 Һамар АТП-һына тағы ла 4 берәмек техника килеүе көтөлә

Хәйбулла районында  ике яңы “Газель” автобусы маршрутҡа сыҡтыХәйбулла районында  ике яңы “Газель” автобусы маршрутҡа сыҡты
Хәйбулла районында ике яңы “Газель” автобусы маршрутҡа сыҡты

Хәйбулла районы Һамар АТП-ның пассажирҙар транспорты автопаркы тулылана. Ике яңы “Газель” автобусы бөгөн маршрутҡа сыҡҡан, тағы ла 4 берәмек техника килеүе көтөлә.

Был турала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә яҙҙы. “Автотранспорт предприятиеһының йәмәғәт транспортын яңыртыу буйынса ҙур аҙымдар яһала. Сөнки автобустарҙың торошо ҡәнәғәтләндермәй.  Икенсе проблема – предприятиела кадрҙар етмәүе. Был мәсьәлә контролдә тотола, уны хәл итеү өҫтәмә муниципаль маршруттар асыу мөмкинлеген бирәсәк. Был пассажирҙар йөрөтөү эшен яҡшыртасаҡ һәм тиҙҙән быны барыбыҙ ҙа баһаларбыҙ, тип ышанам”.

Рустам Шарипов

https://vk.com/id516529973

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас