СПОРТ
8 Ғинуар 2024, 10:05

Сатраш уйнау — был ғаиләләрҙең яратҡан шөғөлдәре

Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ғаилә командалары араһында тиҙ шахмат буйынса турнир үтте, унда 20 ғаилә командаһы ҡатнашты

Сатраш уйнау — был ғаиләләрҙең яратҡан шөғөлдәреСатраш уйнау — был ғаиләләрҙең яратҡан шөғөлдәре
Сатраш уйнау — был ғаиләләрҙең яратҡан шөғөлдәре

Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ғаилә командалары араһында тиҙ шахмат буйынса турнир үтте.

Рәсәйҙә ғаилә йылы сиктәрендә үткәрелгән традицион ярыштарҙа 20 ғаилә командаһы ҡатнашҡан. Шахмат уйындары барышында урындар түбәндәгесә бүленә:

2015 йылғы һәм унан кесерәктәр араһында 1-се урында —  Батыр һәм Зарина Ҡоҙабаевтар,

2012-2014 йылғылар араһында 1-се урында — Денислам һәм Хәлил Әбделмәновтар (Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһынан)

2010 йылғы һәм унан өлкәндәр араһында 1-се урында — Руслан һәм Фәһим Карпеевтар,

Ә дөйөм иҫәп буйынса Аҡъяр ауылынан Азамат һәм Ғәли Бохарбаевтар чемпион була. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ!

Сатраш уйнау — был ғаиләләрҙең яратҡан шөғөлдәре
Сатраш уйнау — был ғаиләләрҙең яратҡан шөғөлдәре
Сатраш уйнау — был ғаиләләрҙең яратҡан шөғөлдәре
Сатраш уйнау — был ғаиләләрҙең яратҡан шөғөлдәре
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас