СПОРТ
1 Ғинуар 2024, 07:23

Аҡъярҙа бөгөн “Вәғәҙәләр уҙышы” үтте

Район үҙәгендә йәшәүселәр  2023 йылды изге теләктә оҙатты, яңыһына маҡсаттар ҡуйҙы

Аҡъярҙа бөгөн “Вәғәҙәләр уҙышы” үттеАҡъярҙа бөгөн “Вәғәҙәләр уҙышы” үтте
Аҡъярҙа бөгөн “Вәғәҙәләр уҙышы” үтте

Аҡъярҙар бөгөн “Вәғәҙәләр уҙышы”нда ҡатнашты. Был традицияға ингән сараларҙың береһе.

“Вәғәҙәләр уҙышы” нимә ул, тип һорарһығыҙ. Был дистанцияла иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеү түгел, ә 2024 йылда үҙ маҡсатыңа ирешеү өсөн тәүге аҙымдар яһау! Бында еңеүселәр һәм еңелеүселәр ҙә юҡ! Был традицияға ингән сараларҙың береһе.

Районда йәшәүселәр йылды изге теләктә оҙата, яңыһына маҡсаттар ҡуя, уларҙы тормошҡа ашырырға вәғәҙә бирә. Шуға күрә һәр ҡатнашыусы “Мин йүгерәм һәм вәғәҙә итәм...” махсус бланкыһында яңы башланған йылға маҡсаттарын яҙҙы. Аҡъярҙар үҙ ниәттәренә аҙым яһаны ла  инде. Бигерәк тә оло быуын әүҙемлек күрһәтте бөгөн

Администрация Хайбуллинского района

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас