

Бүребайҙа күп функциялы спорт майҙансығы төҙөлөшө тамамланды
“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһы ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн сираттағы яңы йыл бүләге әҙерләне. Бында “Горняк” физкультура-һауыҡтырыу комбинаты эргәһендә күп функциялы спорт майҙансығы төҙөлдө.
Яңы спорт объектында хәүефһеҙ резина япма түшәлгән, баскетбол ҡулсаһы, волейбол сеткаһы ҡуйыуға нығытмалар ҡуйылған, мини-футбол өсөн ҡапҡалар бар. Әлеге ваҡытта хоккей ҡапҡалары ла бар, каток эшләнә. Спорт объекты яҡтыртыла. 80 ватт ҡеүәтендәге 16 яҡтыртҡыс ҡараңғы төшкәс тә ваҡытты файҙалы үткәреү мөмкинлеген бирә. Әлегә йәш хоккейсылар яңы спорт майҙансығында беренсе матч уйын үткәреү көнөн түҙемһеҙләнеп көтә.