

Баймаҡ ҡалаһының бокс буйынса беренсе тренеры К.Ф.Сентюринға арналған бокс буйынса Бөтә Рәсәй турниры Баймаҡ ҡалаһында үтте.
Унда һәр тарафтан спортсылар ағылды. Учалы, Белорет, Мәләүез, Сибай, Сыуаш Республикаһының Новочебоксар, Новотроицк, Баймаҡ ҡалалары, Урғаҙа, Баймаҡ районының Күсей ауылы, Әбйәлил районының Асҡар, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылдары боксерҙары рингҡа сыҡты.
Хәйбулла районынан тренер А.Рәхмәтов етәкселегендә 11 боксер рингҡа сыҡты. Спортсылар өс көн дауамында көс һынашты.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, райондың йәш боксерҙары алты—беренсе урын, ике—икенсе урын һәм өс-- 3-сө урын яуланы.
1-се урын--Тагиров Л., Сергеев И., Хунафин И., Юртаев Д., Хунафин И.
2-се урын--Якупов Т., Килдебаев И.
3-сө урын-- Рәмов И., Ивлев И., Арыҫланов А.
Молодцы!!!