

Бөгөн Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбендә "Беҙгә 10 йәш" төбәк-ара юбилей шахмат турнирын асыу тантанаһы үтте.
Турнир "Белая ладья" «Аҡ ладья» шахмат клубының ойошторолоуына 10 йыллығына арналды. Реналь Мәмбәтов шахмат клубының алмаштырғыһыҙ етәксеһе булып тора. Был ваҡыт эсендә уның тәрбиәләнеүселәре - йәш гроссмейстерҙар бер нисә наградаға лайыҡ була. Шахмат клубы тәрбиәләнеүселәре төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Бөгөн уларҙы ҡотларға һәм турнирҙа ҡатнашырға республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән командалар, Башҡортостан Республикаһы Шахмат федерацияһы, район хакимиәте, ветерандар советы вәкилдәре һәм ата-әсәләр килде.
Аҡлы-ҡаралы сатраш таҡта артына бөгөн өлкәндәр һәм балалар ултырҙы. "Тымыҡ алышта" һәр ҡатнашыусы стандарт булмаған фекерләүҙе күрһәтергә тейеш, был еңеүгә килтерә. Бөтә шахматсыларға ла уңыштар!