СПОРТ
30 Ноябрь 2023, 06:31

Бүребай комбинаты чемпион!

Район хеҙмәт һәм производство коллективтары араһында мини-футбол ярыштар тамамланды

Бүребай комбинаты чемпион!Бүребай комбинаты чемпион!
Бүребай комбинаты чемпион!

Район хеҙмәт һәм производство коллективтары араһында мини-футбол ярыштар тамамланды.

Бер нисә көн дауамында ете команда спортсылары беренселек кубогы өсөн ярышып, мауыҡтырғыс матчтар һәм юғары спорт әҙерлеге күрһәтте. Турнир йомғаҡтары буйынса “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһы спортсылары мини-футбол буйынса чемпион исеменә лайыҡ булды. Икенсе урынға Аҡъяр ауылының йәштәр һәм балалар спорт мәктәбе командаһы сыҡты.   Өсөнсө урын “Мәғариф” командаһына бирелде. Артабан  командалар турнир таблицаһында түбәндәге тәртиптә урын биләне: “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте, “Хакимиәт”, “Эшҡыуар”, “Полиция” коллективтары.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас