СПОРТ
21 Ноябрь 2023, 07:01

Бассейнға сертифакт менән

Бөгөн район үҙәгенең “Таналыҡ” бассейнында ГТО нормативтарын алтын билдәгә тапшырған өлкән йәштәгеләргә физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен алыуға сертификаттар тапшырылды.

Бассейнға сертифакт менәнБассейнға сертифакт менән
Бассейнға сертифакт менән

Бөгөн “Таналыҡ” бассейнында ГТО нормативтарын алтын билдәгә тапшырған өлкән йәштәгеләргә физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен алыуға 10 000 мең һумлыҡ суммаға сертификаттар тапшырылды.

  • Районда физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеүгә заказ тормошҡа ашырыла. 2022 йылдың 1 майына тиклем ГТО нормативтарын алтын билдәгә тапшырған 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәште үткән ир-аттар сертификатты файҙаланып, бассейнға йөрөү мөмкинлегенә эйә булды. Әле ГТО нормативтарын тапшырған 36 кеше 10 000 мең һумлыҡ суммаға сертификат алды. Үрҙә күрһәтелгән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙан һәм ир-аттарҙан 15 декабргә тиклем  ГТО нормативтарын тапшырыуға тағы ла заявкалар ҡабул итәбеҙ, - тине район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Рөстәм Йәрмөхәмәтов.
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас