Аҡъяр ауылының “Таналыҡ” бассейнында бөгөн “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” хеҙмәткәрҙәре араһында йөҙөү буйынса ярыштар үтте. Ярышта ҡатнашыусылар ирекле стилдә һәм арҡала йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.
Һөҙөмтәлә, Василий Гвоздев, Иршат Сынбулатов һәм Илгиз Юлановтар призлы урындар яуланы. Әйткәндәй, уларҙың ярыш һөҙөмтәләре ГТО - Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы иҫәбенә инде. Йөҙөү буйынса ярыштар сағыу спорт байрамы ғына түгел, ә тау предприятиеһының төрлө подразделениеларында эшләгән хеҙмәттәштәргә бер-береһе менән аралашыу мөмкинлеген дә бирҙе.
#ГТОХайбулоинскийрайон
#ФестивальГТО
#гто
#спортнормажизни