СПОРТ
13 Ноябрь 2023, 06:13

“Башзолото” предприятиеһы Хәйбулланың йәш боксерҙарына бүләктәр тапшырҙы

Спорт инвентарҙары  3-сө Аҡъяр мәктәбендә үткән бокс турнирында бирелде

“Башзолото” предприятиеһы  Хәйбулланың йәш боксерҙарына бүләктәр тапшырҙы“Башзолото” предприятиеһы  Хәйбулланың йәш боксерҙарына бүләктәр тапшырҙы
“Башзолото” предприятиеһы Хәйбулланың йәш боксерҙарына бүләктәр тапшырҙы

Муниципаль район хакимиәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә,  “Башзолото” йәмғиәте вәкиле Роман Горохов йәш боксерҙарға   спорт инвентарҙары тапшырҙы.

10 комплект боксер бирсәткәләре, шлем һәм башҡалар күнекмәләр үткәргәндә файҙаланыласаҡ.

Тау компанияһы вәкиле белдереүенсә,  предприятие артабан да  йәш боксерҙарға ярҙам ҡулы һуҙасаҡ.  Ошо көндәрҙә 3-сө Аҡъяр мәктәбе спортсылары өсөн боксер грушалары алырға планлаштыралар.

 

https://vk.com/district_haibulla

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас