Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған Наил Ғәббәсов иҫтәлегенә малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында бокс буйынса турнир үтте. Унда Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарынан йәш спортсылар көс һынашты.