

Роберт Зәкировтың өләсәһе Фәхерниса Юлдашбаева үҙ сығышында ейәнен онотмағандары өсөн рәхмәтен белдерҙе. Алексей Горшковтың апаһы Людмила Федоровна ҡустыһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уның мәктәп йылдарында уҡ тормошон хәрби эш менән бәйләргә теләүен, һәр ваҡыт үҙ иленең патриоты булыуын билдәләне һәм уның иҫтәлегенә турнир ойоштороуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова турнирҙа ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп:
-Тыуған иле азатлығы өсөн башын һалған Роберт Зәкиров һәм Алексей Горшков кеүек геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға тейеш түгелбеҙ. Уларҙан өлгө алырға бурыслыбыҙ. Бындай юғалтыуҙар һаны башҡаса артмаһын,- тине.
Волейбол ярышы һөҙөмтәһендә, иң күп мәрәй йыйып, педагогтар командаһы 1-се урын яуланы. 2-се һәм 3-сө урындарҙы 4-се һәм 1-се курс студенттары алды.