СПОРТ
18 Октябрь 2023, 10:06

Турслет бик мауыҡтырғыс булды

Яңы Ергән ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә туристик слет үтте. Унда Яңы Ергән, Мәмбәт һәм Федоровка ауылдары командалары көс һынашты.

Турслет бик мауыҡтырғыс булдыТурслет бик мауыҡтырғыс булды
Турслет бик мауыҡтырғыс булды

Яңы Ергән ауылында "Айыҡ ауыл" Республика конкурсының район этабы сиктәрендә туристик слет үтте

Турслетта Мәмбәт, Яңы Ергән һәм Федоровка командалары ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндән һәм дөйөм зарядканан һуң командаларға старт бирелде. Туристик сараның беренсе этабы «Ҡаршылыҡтар һыҙаты» булды. Бында уңыш заданиены үтәү тиҙлегенә бәйле була, унда Федоровка командаһы иң яҡшы ваҡыт күрһәтә, уларҙан Мәмбәт ауылы командаһы бер аҙ ҡалыша һәм ярыштар хужалары өсөнсө булып килде. Спорт ориентирлашыуы ҡатнашыусылар өсөн ысын имтихан булды. Командаларға ярты сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк булды. Дистанцияны үтеүгә минималь ваҡыт федоровсылар күрһәтә, хужалар икенсе һәм мәмбәттәр өсөнсө булып финишҡа сыға.
Бындай сараларҙа еңелеүселәр булмай. Бөтә һынауҙар йомғаҡтары буйынса 3-сө урынды Мәмбәт ауылы командаһы, 2 – се урынды Яңы Ергән ауылы командаһы яулай. Ә Федоровка ауылы командаһы еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Сара тамамланғас, бүләкләү тантанаһы үткәрелде. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡаҙандан бешерелгән былау менән тәмле төшкө аш ашаны һәм хуш еҫле самауыр сәйе менән һыйланды.

 

 

Турслет бик мауыҡтырғыс булды
Турслет бик мауыҡтырғыс булды
Турслет бик мауыҡтырғыс булды
Турслет бик мауыҡтырғыс булды
Турслет бик мауыҡтырғыс булды
Турслет бик мауыҡтырғыс булды
Турслет бик мауыҡтырғыс булды
Турслет бик мауыҡтырғыс булды
Турслет бик мауыҡтырғыс булды
Турслет бик мауыҡтырғыс булды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас