

Бөгөн Ташлы һыуһаҡлағысынан "Уңыш" стадионына тиклем йүгереү буйынса ярыш ойошторолдо. Көҙгө көндөң иртәһе үтә лә йонсоу, томанлы булыуына ҡарамаҫтан старт һыҙығына 80-гә яҡын йүгереүсе баҫты. Хәйбулла районынан тыш, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарынан, Сибай һәм Новотроицк ҡалаларынан спортсылар килгәйне. Ололар ҙа, бәләкәстәр ҙә дистанцияны лайыҡлы үтеп, барыһы ла финишҡа барып етте.