СПОРТ
4 Октябрь 2023, 04:04

Өфө ауылында — спорт байрамы!

   

Өфө ауылында — спорт байрамы!Өфө ауылында — спорт байрамы!
Өфө ауылында — спорт байрамы!

Кисә 3 октябрҙә Өфө ауылы стадионының төп майҙансығында халыҡ күп булды һәм олоһо ла, кесеһе лә Айыҡлыҡ көнөнә арналған спорт байрамына йыйылды. Әйткәндәй, быйыл Өфө ауылы "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша һәм даими рәүештә халыҡ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән төрлө саралар үткәрә.

Тәүҙә физкультура уҡытыусыһы Гөлсинә Дәүләтбирҙина етәкселегендә бергәләп зарядка эшләнеләр. Күнекмәләр ваҡытында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең шат тауыштары ҡатнашыусыларҙың күңелен күтәрҙе.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү майҙансығында кескәйҙәр тәрбиәселәре, әсәйҙәре етәкселегендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты.

Был ваҡытта өлкәндәр "Һаулыҡҡа 10000 аҙым" акцияһына ҡушылып, Өфө ауылы урамдары буйлап йөрөнө. Скандинавса атлау был көндө уларҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе.

Стадион үҙәгендә волейбол майҙансығында был уйынды яратыусылар йыйылған. Өфө ауылы халҡы был спорт төрөн ярата, шуға ла уйында төрлө быуын кешеләре теләп ҡатнашҡан.
Стадиондың еңел атлетика һәм йүгереү һуҡмағында кросс үткәрелгән, унан һуң велосипедсылар старт һыҙығына баҫҡан.  

Бөтә ярыштарҙың үҙәгендә уҡтан атыу һәм дартс кеүек спорт төрҙәре булған. Һуңғы йылдарҙа уҡтан атыу бында популярлыҡ яулай. 

Үткәрелгән сара спорт, һаулыҡ һәм дуҫлыҡ байрамына әйләнеп, халыҡты берләштергән. Сара аҙағында ойоштороусылар иҫкәртеү буклеттарын таратҡан, шулай уҡ сәй эсеү ойошторолған.
"Спорт сараһы сәләмәт, уңышлы, бәхетле тормошто һайлағандарҙы бергә йыйҙы! Сөнки тап шундай яҡты киләсәк айыҡ тормош тәьмин итә" - ти сараны ойоштороусылар.

  

 

Өфө ауылында — спорт байрамы!
Өфө ауылында — спорт байрамы!
Өфө ауылында — спорт байрамы!
Өфө ауылында — спорт байрамы!
Өфө ауылында — спорт байрамы!
Өфө ауылында — спорт байрамы!
Өфө ауылында — спорт байрамы!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас