СПОРТ
3 Октябрь 2023, 16:11

Афарин, бүребайҙар!

Бүребай ауылының «Батыр» клубы (тренеры Динар Саниев) спортсылары Магнитогорск ҡалаһынан  миҙалдар менән ҡайтты

Афарин, бүребайҙар!Афарин, бүребайҙар!
Афарин, бүребайҙар!

Бүребай ауылының «Батыр» ҡул һуғышы клубының (тренеры Динар Саниев) 5 спортсынан торған команда Магнитогорск ҡалаһында спорт миксфайты буйынса «Урал кубогы» турнирында ҡатнаша.

Ярыштар йомғаҡтары буйынса беҙҙең егеттәр үҙ йәш һәм ауырлыҡ категорияларында түбәндәге һөҙөмтәләрҙе күрһәтте:

🥇 1-се урын -  Динар Саниев (57 килограмға тиклем).
🥇 1-се урын - Руслан Билалов (75 килограмға тиклем).
🥈 2-се урын - Данил Сыңғыҙов (86 килограмға тиклем).
🥉 3-сө урын - Рияз Изгин (63,5 килограмға тиклем).
🥉3-сө урын - Сыңғыҙ Ураҡов (80 килограмға тиклем).

Афарин егеттәр, уңышлы сығыш яһауыбыҙ менән ҡотлайбыҙ!

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас