Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Сентябрь , 21:52

Аҡъярҙа үткән ярыштар сәмле һәм көсөргәнешле булды

Унда Подольск, Сиҙәм ауылдары мәктәптәре һәм Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонан 3 команда ҡатнашты

Аҡъярҙа үткән ярыштар сәмле һәм көсөргәнешле булды
Аҡъярҙа үткән ярыштар сәмле һәм көсөргәнешле булды

Аҡъяр ауылының “Уңыш” стадионында Туризм көнөнә ҡарата район мәктәптәре уҡыусылары араһында муниципаль турфестиваль ойошторолдо.

Ярыштарҙа Подольск, Сиҙәм ауылдары мәктәптәре һәм Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонан 3 команда ҡатнашты. 

Балалар  билдәле бер ваҡыт эсендә төрлө ҡаршылыҡтарҙан торған маршрутты йүгереп үтте. Һөҙөмтәлә,  район үҙәгенең Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре һәм  Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары 1-се урынды яуланы.  Подольск мәктәбе командаһы  икенсе урынға сыҡты.

Дом детского творчества- Акъяр

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас в