Өфөлә “Әйҙә уйнарға” фестивале сиктәрендә республиканың иң яҡшы баскетбол командаларының береһе үҙенең мауыҡтырғыс әүҙемлек зонаһын тәҡдим итәсәк.
14 сентябрҙә Совет майҙанында ҙур бала саҡ байрамы башлана. Уның төп сараларының береһе – “Уфимец” баскетбол клубынан дүрт көнлөк марафон. Йәш спортсылар-уҡыусылар спорт турнирында ҡатнашҡан арала, уларҙың ата-әсәләре өсөн “Ни өсөн балаға баскетбол менән шөғөлләнергә кәрәк?” темаһына консультация үтәсәк.
Шулай уҡ сарала Өфө командаһынан бүләктәр ҙә тапшырыла. Кумирҙарың менән фотоға төшөү, уларҙан автограф алыу мөмкинлеге лә була. Ә махсус саҡырылған ҡунаҡ – донъя баскетболы легендаһы, Мюнхен-1972 олимпия чемпионы Иван Иванович Едешко.
Спорт кластеры сиктәрендә шахмат һәм шашка буйынса бер үк ваҡытта уйнау сеанстары үтәсәк, заманса олимпия спорт төрҙәре – брейк-данс, скейтбординг, ойоштороусыларҙан көтөлмәгән сюрприз-сығыштар буласаҡ.
Фестивалдең тулы программаһы менән https://айдаиграть.дети/ һылтанмаһы аша таныша алаһығыҙ.
Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.