СПОРТ
25 Август 2023, 07:15

Йәнтеш ауылы янында спорт ярыштары үтте

Һаҡмар йылғаһы, тәбиғәт, сауна, эҫе сәй, усаҡта бешкән ризыҡтар –барыһына ла оҡшаны.

Йәнтеш ауылы янында спорт ярыштары үттеЙәнтеш ауылы янында спорт ярыштары үтте
Йәнтеш ауылы янында спорт ярыштары үтте

Районда “Инвалидтар өсөн спорт—тормош һәм һаулыҡ нигеҙе” девизы аҫтында мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн спорт ярыштары ойошторолдо.

Бының өсөн Йәнтеш ауылы янындағы хозур тәбиғәт ҡосағы һайланды. Унда Ырымбур өлкәһенең адаптив спорт үҙәгенән спортсылар саҡырылды. Беренсе көндә асыҡ һауала өҫтәл уйындары ойошторолдо.  Икенсе көндө спортсылар  дартс һәм уҡтан атыу буйынса мәргәнлектәрен һынап ҡараны. Теләүселәр өсөн Хәйбулла районы спортсылары командаһы ағзаһы Нәйлә Сәйфуллина уҡтан сәпкә атыу буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте, кәңәштәр бирҙе.

Мөмкинлеге сикләнгәндәр ярыштарҙан тыш, рәхәтләнеп ял итте, аралашты. Йылға, тәбиғәт, сауна, эҫе сәй, усаҡта бешкән ризыҡтар –барыһына ла оҡшаны. Эргәләге тау башына күтәрелеп, тәбиғәтте яратыусылар ҙур тәьҫораттар алды.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас