Учалыла республикала беренсе йыл әйләнәһенә эшләгән тау саңғыһы трассаһы барлыҡҡа киләсәк. Рәсәйҙә ошондай ике трасса бара, ә өсөнсөһө Башҡортостанда төҙөләсәк. Оскар Аверьянов уны туризм өлкәһендә инфраструктураны үҫтереү буйынса конкурста еңгән грант ярҙамында асырға ниәтләй.
«Башинформ»ға туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры Рөстәм Афзаловтан билдәле булыуынса, буласаҡ трасса өсөн майҙансыҡ билдәләнгән. Тау бите яһалма ҡар алмаштырыусы япма менән ябыласаҡ, шуға күрә унда йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ.
«Был бөтөнләй икенсе кимәл һәм башҡа мөмкинлектәр. Һәм, әлбиттә, ҙур туристар ағымы. Уникаль һәм өмөтлө туристарҙы йәлеп итеү нөктәһе грант аҡсаһы ярҙамында төҙөләсәк. Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!» - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Афзалов.
Эшҡыуарҙың бындай объекттарҙы асыу буйынса тәжрибәһе ҙур. Ул Учалылағы тауы саңғыһы паркын асҡан, роллердром төҙөгән, Алма-Атала сноуборд һәм фристайл мәктәбе асҡан, бөтә Рәсәй буйынса сноуборд- һәм скейт-парктар төҙөү менән шөғөлләнә.
сығанаҡ:Башинформ