

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Башҡорт аты” Халыҡ-ара фестивале буйынса үҙ тәьҫораттарын еткерҙе:
--Бөгөн беҙ Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло аттар Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашабыҙ. Бында Хәйбулла районынан 46 ат һәм һыбайлы ҡатнаша. Улар сабышта ғына түгел, “Ылаҡ” һәм “Тайтулаҡ” уйындарында ла ҡатнашты. Дөйөм алғанда, Хәйбулла районында йылҡысылыҡ, шул иҫәптән, спорт буйынса ла, әүҙем үҫеш ала.
Былтырҙан алып районда йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса программа уңышлы эшләй, уның сиктәрендә район халҡы башҡорт тоҡомло аттар алыуға субсидия ала ала. Әйтергә кәрәк, хәйбулланың ат һөйөүселәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был мөмкинлектән әүҙем файҙалана, күнекмәләр үткәреп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Беҙҙең район ат ярыштарында даими ҡатнаша,еңеү яулай. Бөгөнгө ат сабышынан да яҡшы һөҙөмтәләр көтәбеҙ.
.