Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
11 Август , 12:59

Степнойҙан Айгиз Тазетдинов “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнаша.

"Ете йәшемдә  тәүге тапҡыр “Сирука” тигән атҡа ултырҙым.  Ул ат һаман да табунда йөрөй, уға хәҙер 20 йәш самаһы",--ти Айгиз

Степнойҙан Айгиз Тазетдинов “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнаша.
Степнойҙан Айгиз Тазетдинов “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнаша.

Степнойҙан Айгиз Тазетдинов “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнаша.

--Ете йәшемдә  тәүге тапҡыр “Сирука” тигән атҡа ултырҙым.  Ул ат һаман да табунда йөрөй, уға хәҙер 20 йәш самаһы.  “Сирука”ны атайым һәм Айнур ағайым өйрәтте. Шул ваҡыттан аттарға һөйөү уянды, төрлө сабыштарҙа ҡатнашырға һәм еңергә тигән теләк уянды.

12 йәшемдә район һабантуйында “Уңыш” стадионында беренсе тапҡыр ат ярышында ҡатнаштым. Ул ваҡытта бәйге үтә торған юл хәҙерге һымаҡ әҙерләнмәне. Һөҙөмтәлә ҡаты ерҙән сапҡанда атым һөрлөгөп китеп, мин ҡолап төштөм һәм ҡулым йәрәхәтләнде. Шунан һуң әсәйем атта йөрөүҙе тыйҙы. Ә минең сабыштарҙа ҡатнашырға теләгем юғалманы, киреһенсә, тағы ла сәмләнеп киттем. Киләһе йылында инде район һабантуйында үткән сабышта икенсе урынды яуланым.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас в