СПОРТ
27 Июль 2023, 08:52

Марк Өфөлә донъя рекорды ҡуйҙы

  

Марк Өфөлә донъя рекорды ҡуйҙыМарк Өфөлә донъя рекорды ҡуйҙы
Марк Өфөлә донъя рекорды ҡуйҙы

Мәскәү йөҙөүсеһе Өфөлә «Беҙ бергә. Спорт» сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарында донъя рекорды ҡуйҙы. Был хаҡта Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

«Бөгөн республиканың Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә сурдлимпиясыларҙың I Йәйге уйындары сиктәрендә йөҙөү буйынса ярыштар бара. Мәскәү спортсыһы Марк Трошин арҡаға ятып 50 метрға йөҙөүҙә донъя рекорды ҡуйҙы — 26.68»,  — тип яҙҙы министр үҙенең телеграм-каналында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Йәйге сурдлимпия уйындары көндәлеген алып бара. Кисә, 26 июлдә, Өфөнөң алты спорт майҙанында спортсылар миҙалдар уйнатты. Әлеге ваҡытта Рәсәй һәм Беларусь командалары алда килә

Фото:Башҡортостандың Спорт министрлығы

сығанаҡ:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас